«

»

Мар 13 2020

“Күрше хаҡы – тәңре хаҡы”

12 март көндө Арыҫлан ауылының мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә әҙерләнгән “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тип исемләнгән сара үтте. Сараға Асылғужа, Туғыҙлы ауылынан фольклор коллективтары һәм район үҙәге Үрге Кыйғынан төньяҡ-көнсығыш райондары ахуны, имам хатиб Марсель хәҙрәт, мәҙрәсә мөғәллимәһе Мәрйәм абыстай,район “Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы” етәксеһе,”Ағинәйҙәр ҡоро” Советы ағзаһы Гөлнәзирә Вәлиәхмәт ҡыҙы һәм мәҙрәсә шәкерттәре саҡырылған ине. Беренсе бүлектә Арыҫлан ауылы биләмәһе башлығы Руслан Фанис улы Вахитов Бөйөк Ватан һуғышында еңеугә 75 йыл тулыу айҡанлы тыл ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырҙы. Тыл ветерандарын мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары музыкаль бүләк менән ҡотланы. Икенсе бүлек “Ҡабаҡ” хикәйәһенән сәхнәләштерелгән өҙөк менән башланып китте. Артабан сара Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән музыкаль номерҙар менән дауам итте. Һуңынан сарабыҙҙыТуғыҙлы ауылынан килгән “Шишмәләр” фольклор коллективы һәм Асылғужа ауылынан “Әй ынйылары” фольклор коллективтары дауам итте һәм үҙҙәренең матур сығыштары менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙе. Шулай уҡ район үҙәгенән килгән имам хатиб Марсель хәҙрәт, мәҙрәсә мөғәллимәһе Мәрйәм абыстай,район “Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы” етәксеһе,”Ағинәйҙәр ҡоро” Советы ағзаһы Гөлнәзирә Вәлиәхмәт ҡыҙына ла һүҙ бирелде. Килгән ҡунаҡтарыбыҙ ошондай сараның бөгөнгө көндә актуаль булыуын һәм бик кәрәклеген әйтеп үттеләр. Сарабыҙ самауыр янында тәмле сәй эсеү менән тамамланды.
Боронғо китапта: “Күршеңдең һиңә хөрмәте һәм һинең уға ҡарата эшләгән яҡшылыҡтарың, ҡәҙерле әсәйеңә һәм ҡәҙерле атайыңа күрһәткән хөрмәтеңә тиң күрелә”, тип яҙылған. Тимәк, күрше кешеһен беҙ әсәйебеҙҙе ихтирам иткән кеүек ихтирам итергә бурыслыбыҙ. Күрше-күләндәр туған булмаһалар ҙа, ғүмер буйы бергә йәшәгәнлектән, үҙ-ара ярҙамлашып, килешеп, татыу йәшәргә тейештәр тигән теләктә ҡалабыҙ.

#Кигинскийрайон#МКУОтделкультуры#Күршехаҡытәңрехаҡы

Постоянная ссылка на это сообщение: https://kigi-kultura.ru/novosti/k-rshe-ha-y-t-re-ha-y-2/