«

»

Апр 15 2019

«Йома сәйе»

12 апрелдә Асылғужа ауыл ҡитапханасыһы Галлямова Ләлә Венер ҡыҙы иннисиативаһы менән Асылгужа ауылында «Йома сәйе» брендлы сараһы үтте. Унда клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре, ҡатындар советы һәм балалар ҡатнашты. Ҡунаҡҡа Арыҫлан ауылы хәкимйәте башлыгы Валиуллин Рим Насыр улы, Арыҫлан ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы, Арыҫлан ауылы мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, «Ләйсән» фольклор коллективы саҡырылған ине. Байрам аят уҡыу менән башланды. Ауылдың өлкән ағинәйе йома көнөнөң мәғәнәһе тураһында һөйләне, мөнәжәт әйтте. Уҡыусы балаларға йомала нимәләр эшләргә ярамағанлығы тураһында һорауҙар бирелде. Улар был көндө күберәк изгелек эшләп сауап алырға кәрәклеге хаҡында тулы яуап бирҙе. Ағинәйҙар иһә мәнәжәттәр әйтеп, уны төрлө әйтемдәр менән тулыландырҙы. Улар иман-әҙәп нигеҙе булыуы хаҡында төрлө фекерҙәрен һамаҡлап, файҙалы ризыҡ, тәүфиҡлы бала, үҙенә тиң йәрең, халыҡты изгелеккә өндәгән һүҙ, аҡыл һәм сәләмәтлек тигән төшөнсәләрҙе асыҡланы. Сараны дауам итеп Арыҫлан ауылы хәкимйәте башлыгы Валиуллин Рим Насыр улы изге теләктәр теләне, шундай әһәмиәтле байрамдар йышыраҡ уҙғарыласағын белдерҙе. Арыҫлан ауылы ағинәйе Фатихова Дания Рауф ҡыҙы, иң- иңдәргә танытмалар тапшырҙы һәм яҡшы теләктәрен теләне. Сара мул сәй табыны артында йәнле һөйләшеү менән дауам итте. Унда боронғоса сәй эсеп, йома көнөнөң тәрбиәүи әһәмиәте ҙурлығына инанып, ауыл халҡы, ҡунаҡтар күтәренке кәйефтә таралышты.

Постоянная ссылка на это сообщение: https://kigi-kultura.ru/novosti/joma-s-je/