«

»

Фев 25 2021

Зарница.

 

Хәрби уйындың штабы приказы менән ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, ветерандар советы рәйесе, инде 73 йәше менән барған Раян Ризуан улы Даянов Верховнокомандующий итеп, Ильшат .. Әүхәди улы Ҡыямов Главнокомандующий итеп тәғәйенләнделәр. Уйында 2 отряд ҡатнаштылар. Командирҙар, күрше Мәсәк ауылы старостаһы Ильмир Ғәбделйән улы Сәитғәлин менән күптән түгел генә әрме сафтарынан ҡайтҡан Ильнур Юрис улы Нурыев, үҙҙәре етәкләгән отрядтар менән маршрут ҡағыҙында күрһәтелгән 4 станцияны ла теүәл үтеп, һәр станцияла бирелгән заданиеларҙы еренә еткереп үтәп һәр ҡайһыһы 10ар йондоҙ алып ҡайттылар. Хәрби заданиеларҙың үтәлешен һәр станцияла тороусы инструкторҙар күҙәтеп баһалап барҙылар. Ильмир Ғәбделйән улы Сәитғәлин етәкләгән ҡыҙылдар отряды һуңғы 5нсе станцияға тәүге булып килеп етеп, йәшерелгән урындан табып, Еңеү Байрағын үҙ ҡулдарына алдылар. Улар артынан һарылар отряды ла килеп етте. Инструкторҙар һөҙөмтә сығарған арала шефповар Салауат Ғәбделхәй улы Мәхмүтов яугир егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙенең “Ялан кухняһына” саҡырҙы. Унда инде яугирҙәрҙе 30 градус һалҡынға ҡарамай ялан шарттарында әҙерләнгән мундирлы бәрәңге, ҡара икмәк менән шәкәрле сәй көтә ине.
Бер аҙ ял итеп алғандан һуң батыр егет һәм ҡыҙҙарҙы инструкторҙар тарафынан отҡорлоҡка,, сослоҡҡа, етеҙлеккә һәм дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өндәп әҙерләнгән төрлө хәрәкәтле хәрби уйындар көтә ине. Был хәрби – патриотик уйын өлкәндәр өсөн тип уйланылып башланһа ла, уйында ысын яугирҙәр төҫлө 3 малай ҙа ҡатнашты, штабтың ҡарары буйынса уларға ла полк улдары булып уйнарға рөхсәт ителде. Был көслөләр һәм таһыллылар уйынында (һауа температураһы – 30 градусҡа төшкәйне бит!) ауылдашыбыҙ Марат Рафиҡ улы Сағиров хәрби корреспондент вазифаһын үтә лә тырышып башҡарҙы. Уға ҙур итеп рәхмәт! Ауыл йәштәре һәм өлкәндәр үҙҙәре алдына ҡуйылған һәр бер заданиены еренә еткереп үтәп, көндө кискә ауыштырып ҡына, йәшәүгә илһам, дәрт, көс алып таралыштылар. Көндөң үтә лә һалҡын булыуына ҡарамаҫтан килеп ҡатнашҡан һәр берегеҙгә бөтмәҫ – төкәнмәҫ рәхмәттәрем де белдерәм һәм илдәр имен булып, ирҙәр илдә генә булһындар тигән теләктә ҡалам

Постоянная ссылка на это сообщение: https://kigi-kultura.ru/novosti/zarnitsa/