«

»

Апр 16 2024

«Ҡар һыуына барыу»


Местный обряд «Ҡар һыуына барыу» входит в Список обьектов характерными нематериального этнокультурного достояния народов РБ по МКУ Отдел культуры администрации МР Кигинский район РБ для расмотрения на включение в региональный и федеральный Единый реестр обьектов нематериального этнокультурного достояния народов РБ.
«Ҡар һыуына барыу» йолаһы.
Борон – борондан беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Ерҙәр асыла төшкәс ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Ҡар һыуынан сәй ҡайнатҡандар, бит, сәс йыуғандар. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорған. Һыуға март аҙағында, апрель башында, ҡар ирей башлағас барғандар.
Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға «ябылһа» (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, айҙар буйы боҙолмай, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған.
Хатта боронғолар ҡар һыуын «зәм-зәм» һыуы тип тә йөрөткәндәр.
Теләктәр теләп ағасҡа таҫмалар таҡҡандар. Ҡоймаҡ ҡойоп, самауырҙа ҡар һыуынан сәй ҡайнатып эскәндәр.
«Күңел сыңы» өлкән фольклор коллективы һәм «Дариғә» балалар фольклор коллективы, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы, «Тоҡон төбәк үҙәне» ерендә.

Постоянная ссылка на это сообщение: https://kigi-kultura.ru/novosti/ar-yuyna-baryu/